19 октябрҙә “Родина” кинотеатрында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған асыҡ “РӘМИ дәресе” үтте.
Асыҡ дәрес барышында студенттар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған “Шағир көндәлеге” нәфис фильмын ҡарағандан һуң билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов, сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова менән осрашты. Дәрестең рефлексия өлөшөн республика мәғариф һәм фән министерствоһының идаралыҡ етәксеһе Илдус Каһарманов алып барҙы.
Яңы форматтағы асыҡ дәресте Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева: “Был дәрес Рәми Ғариповтың биографияһын, ижадын, тыуған ил тарихын өйрәнеү генә түгел, ә балаларға патриотик тәрбиә биреү булып тора”, - тип билдәләне.
Шул уҡ көндө Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы һәм “Родина” кинотеатры йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү тураһында үҙ-ара килешеү төҙөнө. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов әйтеүенсә, “РӘМИ дәресе” колледждың “Асыҡ дәрестәр” ҙур проекты сиктәрендә үткәреләсәк саралар араһында беренсеһе булып тора.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының матбуғат хеҙмәте.