Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 17:05

"Б" менән...

Барый балыҡҡа барған,Биш бәрҙе ҡармаҡлаған.Биҙрәһенән балыҡтарҙыңБерәүһе төшөп ҡалған.(Ә.Таһирова) #ЮлайКәримовфотоһы.

"Б" менән...
"Б" менән...

Беҙҙең бөҙрә бүҙәнә
Биҙәнә лә биҙәнә.
(Д.Талхина)

 

Бытбылдыҡ менән бүҙәнә
Бәхәсләшә, баш вата:
Быуала бәрҙе үрсерме,
Баҡылдармы “баҡ-баҡа”?
(Ф.Ғөбәйҙуллина)

 

 Болонлоҡта

Бөгөн барса балалар

Болонлоҡҡа баралар:

Балтырғанды,

Бәпембәне бағалар.

Болонлоҡта-

Балан бар.

Баланлыҡта-

Болан бар.

Балан булғас-

Ботаҡ бар.

Болан булғас-

Бапаҡ бар...

Бирешмәҫтәр бапаҡҡа

Бикә,

Билал,

Банаттар!

БЮүләк,

Баныу,

Басирҙән

Бүғламаҫтар-

Батырғар!

Барабанға бәрерҙәр,

Бапаҡты биҙҙерерҙәр:

Бах,бах,бах!

(Әсхәл-Әхмәт Хужа).

 

Юлай Кәримов.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас в