Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 21:37

Үткән аҙнала М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 1 093 кеше шылтыратҡан

Штаб "Берҙәм Рәсәй" партияһы базаһында мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында эшләй.

Үткән аҙнала М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 1 093 кеше шылтыратҡан
Үткән аҙнала М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 1 093 кеше шылтыратҡан

Ул 26 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылғайны. 

Үткән аҙнала колл-үҙәк 1 093 шылтыратыу ҡабул иткән. 403 мөрәжәғәт киләсәктә башҡарыласаҡ, 347 шылтыратыу буйынса мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, 56-һы буйынса эш дауам итә. Өлөшләтә мобилизация иң көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ирекмәндәр мөрәжәғәт итеүсе иҫәбенә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый. Әгәр психологик һәм юридик консультация кәрәк икән, мөрәжәғәт итеүсе менән профилле белгес бәйләнешкә сыға. Бынан тыш, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.

Көндәр һыуытыу менән ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Күптәр баҡса эштәрендә, малға аҙыҡ, утын әҙерләүҙә ярҙам һорай. Был һорауҙар ҡыҫҡа ваҡытта хәл ителә, был эшкә эшҡыуарҙар һәм депутат берләшмәләре йәлеп ителә. 

Әйтәйек, Тәтешле районынан бер ҡатын утын әҙерләшеүҙә ярҙам һораған. Уға битараф булмаған ирекмәндәр ярҙамға барған. Урындағы хакимиәт ағас һатып алырға ярҙам иткән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: