Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 16:04

СВО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә сүп-сар сығарыуға льготалар биреләсәк

Хөкүмәттә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙҙы. 

СВО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә сүп-сар сығарыуға льготалар биреләсәк
СВО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә сүп-сар сығарыуға льготалар биреләсәк

Бөгөн Хөкүмәттә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. 

Премьер-министр етәкселәрҙең иғтибарын иң тәүҙә республика Башлығы тарафынан раҫланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларына йүнәлтте. 

- Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәк операторҙары менән берлектә СВО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә льгота биреү мөмкинлеген ҡарарға тейеш, шул иҫәптән ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса, - тип йөкләмә бирҙе Андрей Назаров.

Премьер-министр һүҙҙәренсә, 2030 йылға тиклем республика сүп-сарҙы 100 процентҡа эшкәртә һәм 50 процентҡа утилләштерә башларға тейеш. 

- Ике йылда федераль бюджеттан контейнерҙар һатып алыуға 180 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп иттек. Шулай уҡ беҙгә ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса комплекслы объекттар булдырыу бурысы ҡуйылған. Улар сүп эшкәртеү комплекстарын, биокомпос эшләү участоктарын, RDF-яғыулыҡ етештереүҙе берләштерергә тейеш. Был Рәсәй экология операторы менән берлектә эшләнәсәк, - тине Андрей Назаров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: