-6 °С
Болотло
Риф Тойғонов
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...
Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар...
Халҡы данын батыр ишәйтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Тоғро булһаң антҡа — шул етә.
Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ,
Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Һатмаһаң һин намыҫ — шул етә.
"Беҙ кем?" — тигән һорау тормай, беләм,
Уралыма һөйөү йәшәтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң — шул етә,
Халҡың өсөн янһаң — шул етә!
Юлай Кәримов фотоһы.