Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 09:21

"Баймаҡ районынан ҡорот!"

Доставалов исемендәге батальонға гуманитар ярҙам барып еткән.

"Баймаҡ районынан ҡорот!"
"Баймаҡ районынан ҡорот!"

Гуманитар ылауҙы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев оҙатып барған. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы:

– Был – һуңғы аҙнала башҡорт батальондары яугирҙарына ебәрелгән икенсе ылау. Унда шайморатовсыларға һәм доставаловсыларға барлыҡ кәрәкле әйберҙәр бар. Йылы эс кейемдәре, көҙгө кейемдәр, аяҡ кейеме, термостар, инструменттар, аптечкалар, йоҡо ҡапсыҡтары – алғы һыҙыҡта егеттәребеҙҙең тормошон еңеләйтеүгә кәрәкле әйберҙәр. Хатта музыка ҡоралдары ла бар – егеттәр иптәштәренең рухын күтәреү өсөн үҙҙәре һораны. Посылкаларҙың бер өлөшө уларҙың йорттарынан, яҡындарынан һәм туғандарынан.

Гуманитар ярҙамды йыйырға ярҙам иткән һәм оҙатып барған һәр кемгә рәхмәт. Әлбиттә, гуманитар ылау тағы ла ебәреләсәк, ҡышҡа кәрәкле әйберҙәрҙе үҙем алып барасаҡмын. Беҙ егеттәргә ярҙам итергә һүҙ бирҙек һәм барыһын да булдырасаҡбыҙ. Эшләгеҙ, егеттәр! Башҡортостан һеҙҙең менән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: