Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь , 11:17

Афарин, Салауат тоҡомо!

Салауат районының Малаяҙ ауылы егете СВО барышында батырлығы өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булған.

Афарин, Салауат тоҡомо!
Афарин, Салауат тоҡомо!

Был хәл йәйгеһен булған. Ул саҡта яҡташыбыҙҙың батыр һәм ҡыйыу аҙымдары штурмлау отрядына үҙ бурысын юғалтыуҙарһыҙ үтәргә ярҙам иткән. Өлкән прапорщик тәүҙә атыш мәлендә снаряд шартлауҙан зыян күргән видео-конференц-связь комплектын йүнәткән. Спутник станцияһын һәм электр блогын ремонтлаған.

Һөҙөмтәлә дивизия командиры менән бәйләнеш тергеҙелгән. 27 июндә Президент указы менән яҡташыбыҙҙы Жуков миҙалы менән бүләкләгәндәр.

Батыр егетте лайыҡлы наградаһы менән ҡотлап, имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Афарин, Салауат тоҡомо!
Афарин, Салауат тоҡомо!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в