Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2022, 22:07

Кинйәғол олатайҙың хәлен белешкәндәр

60 йыл инде Белорет районының иң төпкөл ауылы Собханғолдың усағын һүндермәй йәшәгән Кинйәғол Сәлимгәрәевҡа ҡунаҡтар килеп төшкән.

Кинйәғол олатайҙың хәлен белешкәндәр
Кинйәғол олатайҙың хәлен белешкәндәр

Бөгөн 89 йәшлек Кинйәғол олатайҙы БР Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, йырсы Искәндәр Ғәзизов ҡыуандырған. Улар олатайға "Ағиҙел" һәм "Ватандаш" журналдарын килтергән, бәләкәй генә концерт та ойошторғандар.   

- Илһөйәр. Илһөйәрлек. Һуңғы ваҡытта беҙ ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе хаҡында йыш уйланабыҙ. Был һүҙ Уралдың аҫаба халҡы өсөн яҡшы таныш, улар элек-электән тыуған ерен, Ватанын һаҡлап йәшәгән. Һүҙ сәнғәтендә  лә иң төп тема - тыуған ергә һөйөү. 

Минең һайлау округымда быға асыҡ миҫал бар - Белорет районының Рәүәт (Собханғол) ауылынан Кинйәғол Сәлимгәрәев. 70-се йылдарҙа уның ауылдаштары эш эҙләп сығып китә, ауылды перспективаһыҙ тораҡ пункттар исемлегенә индерәләр. Ошо ваҡыттан бирле Кинйәғол ағай кейек аулап яңғыҙы йәшәй. Үҙе һөйләүенсә, ул үҙ ғүмерендә 78 айыу алған.

Инйәрҙән ауылға тиклем 32 саҡрым. Минең әүҙем һайлаусыма 89 йәш, әле лә дәртле генә йәшәп ята, республика һәм Рәсәй яңылыҡтарын белеп тора. Бына ул - илһөйәрлектең иң сағыу өлгөһө! - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Зәки Арыҫлан улы Әлибаев.

Кинйәғол олатайҙың хәлен белешкәндәр
Кинйәғол олатайҙың хәлен белешкәндәр
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: