Фәнил Нил улы Бүләков 1980 йылдың 5 июлендә БАССР-ҙың Учалы районы Иманғол ауылында тыуа. Иманғол урта мәктәбендә белем ала.
1997—1998 йылдарҙа Иманғол мәҙәниәт йортонда эшләй.
1998 йылдан алып 2003 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Студент йылдарында, 2000 йылдан, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһында хеҙмәт юлын башлай, «Тай-тулаҡ» тапшырыуын алып бара[2].
2002 йылдың октябренән - 2008 йылдың сентябренә тиклем «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» телерадиостудияһы редакторы булып эшләй.
2004 - 2006 йылдарҙа Мәскәүҙә Телевидение һәм радио тапшырыуҙары хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында телерадиожурналистика белгестәре бүлегендә уҡый.
2008 йылда тыуған районына күсеп ҡайта.