Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2022, 19:08

Бейей-бейей, еңеү менән ҡайтырға яҙһын, егеттәр!

Сибай театр- концерт берекмәһе артистары һәм бейеүселәре ил һаҡларға юлланды.

Өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә Сибай театр- концерт берекмәһенең 12 артисы алыныуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Егеттәр һис бошонмай, рух күтәренкелеге менән хәрби операцияға әҙерләнеүен дауам итә. Бөгөн интернетта Сибай бейеүселәре төшөрөлгән тағы бер матур видеояҙма таралды. Моғайын, улар сираттағы уҡыуҙарға юл тоталыр.

Видеояҙмалағы аҫыл егеттәрҙе таныусылар бар икән. Улар - Сибай артистары Илнар Хәтмуллин, Данир Хәмзин, Раил Ханов.

Бейей-бейей, еңеү менән ҡайтырға яҙһын, егеттәр!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: