+1 °С
Ясна
Был хәл өс йыл элек Кушнаренко ауылы мәктәбендә теркәлгәйне. ОБЖ уҡытыусыһы енси ҡағылғыһыҙлыҡҡа бәйле өс тапҡыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнде.
Уҡытыусыны ошо хәлдән һуң эштән ҡыуҙылар. Мәктәп етәкселеге, балаларҙың ата-әсәләре полицияға ғариза яҙҙы. Педагог журналистарға видеола ни ҡылыуын аңлатҡан булған. Үҙе әйтеүенсә, ул ошо рәүешле ҡыҙҙы гимнастика буйынса ярышта еңеүе менән ҡотлаған. Йәнәһе, шатлығынан хис-тойғоларын йүгәнләй алмаған. Бындай "ҡотлауҙа" бер ниндәй ҙә криминал күрмәүен белдергән.
Ошо көндәрҙә Кушнаренко район суды педагогтың ғәйепле булмауын таныған.