Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 18:30

Зәйнәб инәйгә 103 йәш!👏🏻

Зәйнәб Сәләх ҡыҙы Салауат районының Шәрип ауылында ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй. Уны район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡотлаған.👏🏻👍🏻 ❤ Уның оҙон ғүмерле булыуының сере ябай: хеҙмәт, хәрәкәт һәм изгелек. Ул бер ваҡытта ла бер кем менән ирешмәгән һәм кешегә ауыр һүҙ әйтмәгән. Бәхетле әсәнең биш балаһы, 12 ейән-ейәнсәре һәм 23 бүлә-бүләсәре бар!👍🔥

Зәйнәб инәйгә 103 йәш!👏🏻
Зәйнәб инәйгә 103 йәш!👏🏻

Салауат районынан ошо көндәрҙә 103 йәшен билдәләгән Зәйнәб Һаҙыеваның биш балаһы, 12 ейән-ейәнсәре һәм 23 бүлә-бүләсәре бар.

Инәй 1919 йылдың көҙөндә Миәшәгәр ауылында уҡытыусы Сәләх һәм Бибинур Ямалетдиновтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән.

Зәйнәб Сәләх ҡыҙы 16 йәшендә Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингән. 1938 йылда уны Вәкийәр ауылы мәктәбенә эшкә йүнәлтәләр, ә һуңыраҡ Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылына ебәрәләр. Шунда ул Бөйөк Ватан һуғышын ҡаршылай.

Һуғыш йылдарында район үҙәгенә, ата-әсәһе янына ҡайта. Унда дүрт йыл йәшәгәндән һуң балаларға белем биреүен дауам итә. Тыуған ауылы Миәшәгәрҙә ире Ғәлим Һаҙыевты осратып, уға тормошҡа сыға. Биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Инәйҙең оҙон ғүмерле булыуының сере ябай: хеҙмәт, хәрәкәт һәм изгелек. Ул бер ваҡытта ла бер кем менән ирешмәгән һәм кешегә ауыр һүҙ әйтмәгән. Бәхетле әсәнең биш балаһы, 12 ейән-ейәнсәре һәм 23 бүлә-бүләсәре бар!👍🔥

Инәйҙе ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: