Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Шулай уҡ институт стенаһында күренекле ғалимға мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, балалары, туғандары, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында эшләгән йылдарҙа ҡалала балалар дауаханаһы, перинаталь үҙәк, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһе филиалы, БДУ-ның Сибай институты, Магнитогорск тау-металлургия академияһы һәм педагогия институты факультеттары, Өфө сауҙа-иҡтисад һәм радиоэлектроника колледждары, Өфө сәнғәт училищеһы филиалдары, башланғыс музыкаль мәктәп-лицей, башҡорт һынлы сәнғәт гимназияһы, «Сулпан» балалар театры асылған. 1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов БДУ-ның Сибай институтын етәкләгән.
Зиннур Ғөбәйҙулла улын кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле шәхес, ил ағаһы тип хәтерләй замандаштары.