Нефтекамала йәшәүсе Надежда ирен хәрби уҡыуҙарға алып бармайынса махсус хәрби операцияға алып китеүҙәренә зарлана.
Ҡатын әйтеүенсә, ире бер ниндәй ярҙам да, льгота ла алмаған. 18 октябрҙә ни бары 1888 һум һәм 57 тин эш хаҡы алды, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта ул мобилизацияға 28 сентябрҙә үк алынған. Урындағы хәрби комиссариатта был һүҙҙәрҙе инҡар итәләр, 27 йәшлек сержантты Һарытауға хәрби әҙерлек урынына ебәреүҙәре тураһында белдерәләр.
Нефтекама хакимиәте Надежда менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм уның һорауҙарына яуап биргән: «Һалдат өсөн минималь эш хаҡы 195 мең һум булырға тейеш. Ул айҙың 10-сы көнөнән алып 20-се көнгә тиклем түләнә. Әйтәйек, ноябрҙә октябрь өсөн алалар. Сентябргә ҡайтанан иҫәпләү булыр, моғайын. Яңы иғлан ителгән льготалар ҙа 1 ноябргә тиклем генә әҙер буласаҡ», — тип белдерҙеләр мэрияла.