Сарала ғалимдар, студенттар, билдәле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Быйыл илебеҙ 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләй, әлеге ваҡытта Башҡортостанда әҙерлек бара. Сарала Ватан геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү, билдәһеҙ батырҙар тураһында күберәк мәғлүмәттәр туплау мәсьәләһе ҡуйылды.
"1812 йылғы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Улар рус армияһы менән берлектә беренселәрҙән булып 1814 йылда Парижға ингән. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Ҡаһым-түрә тураһында архивта мәғлүмәттәр бик аҙ, әммә уның исеме халыҡҡа яҡшы таныш, батырға бағышлап спектаклдәр ҡуйылған, роман-әҫәрҙәр яҙылған. Әммә был һуғышта беҙҙең батырҙарыбыҙ күп булған, беҙгә уларҙың исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында Аралбай Аҡсулпанов һәм башҡа батырҙарға стела ҡуйыласаҡ. Ошондай уҡ хәтер саралары Пермь крайында үтәсәк", - тип сығыш яһаны тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев.
Түңәрәк өҫтәлгә ингән ерҙә тарихи дата айҡанлы күргәҙмә лә ойошторолдо. Сарала ойоштороусылар һүҙҙәренсә, тарих ҡабатлана, бөгөн илебеҙ бөтә Европа менән көрәшә, башҡорт егеттәрен хәрби операцияға оҙатҡанда йәнә шанлы тарих иҫкә төшә.