Бынан тыш, ҡайһы бер мәктәптәрҙә лә был һөнәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Бәләбәй, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында һәм Мәләүез районында VIII – IX класс уҡыусылары «Шеф-ашнаҡсы менән бер көн» акцияһында ҡатнашасаҡ.
Етмәһә, баш ҡалала балаларҙы туҡландырыусы ашнаҡсыға һәйкәл дә асыласаҡ. Ул Ғафури урамында урынлашасаҡ.
Һәйкәлдә бәләкәй ҡыҙға кәтлит менән макарондар биреп торған ашнаҡсы һынландырылған. Баланың йөҙөндә рәхмәт һәм шатлыҡ осҡондары сағыла.
Фото: Т. АМАНОВ.