Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 08:30

Мостай Кәримдең тыуыуына — 103 йыл

Мостай Кәрим (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Мостай Кәримдең тыуыуына — 103 йыл
Мостай Кәримдең тыуыуына — 103 йыл

Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.

2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән.

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004)
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1995)
  • Ике Ленин ордены (1967, 1979)
  • I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
  • II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1962)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963)
  • Башҡортостан Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия.

    "Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: