Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 20:24

Экспортты үҫтереүҙең мөмкинлектәре киң

Ошолар хаҡында Андрей Назаров төбәк етәкселәре сессияһында һөйләне.

Экспортты үҫтереүҙең мөмкинлектәре киң
Экспортты үҫтереүҙең мөмкинлектәре киң

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров «Сделано в регионах – Сделано в России. Синергия мер поддержки» төбәк етәкселәре сессияһында сығыш яһаны. 

Премьер-министр һүҙҙәренсә, бөгөнгө тышҡы һәм эске үҙгәрештәр осоронда тәүге урынға эшҡыуар сыға. Шуға уларҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар һәм ярҙам саралары булдырырға кәрәк. Ошоға бәйле, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү алымдарын үҙгәртергә кәрәк. Был экспорт эшмәкәрлеге менән идара итеүгә лә ҡағыла. 

– Башҡортостандың тауар әйләнеше ете айҙа 31 процентҡа үҫте. Шулай уҡ экспорт (шул иҫәптән энергетик булмаған) 28 процентҡа күтәрелде. Дөйөм экспорт күләмендә уның өлөшө – 66,4%. Был «Экспортный 5С» алымының һөҙөмтәләре. Ул үҙ эсенә биш әйберҙе ала: тиҙлек, сервис, синергия, заманса инфраструктура һәм дәртләндереү, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр һәр алымдың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, тәүге экспорт алымы төҙөлөш өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Хөкүмәттә был йәһәттән эш системаһы үҙгәртелгән. Контроль онлайн тәртиптә алып барыла. Әйтәйек, экспортты үҫтереүҙең икенсе алымы экспортерҙарға сервис һәм махсус хеҙмәттәр күрһәтеүҙән ғибәрәт.

– Беҙ «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты тураһында тәүгә һөйләмәйбеҙ. Уның ярҙамы менән 18 компания сит илгә сауҙа итә башланы. Уларҙың экспорт күләме 3 миллион долларҙан ашып китте. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға халыҡ-ара маркетплейстарҙа эшләргә лә ярҙам итәбеҙ. Унда 400гә яҡын компания теркәлгән. «Data Insight» аналитик агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан «Ebay» майҙансығында бизнес алып барыу әүҙемлеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 1-се урынды биләй. Беҙҙең Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге лә әүҙем эшләй. Икенсе йыл рәттән федераль рейтингта 2-се урынға күтәрелә, - тине Андрей Назаров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: