Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 12:16

«Йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә түгел»

Ҡазан ЗАГС-ында Башҡортостандан тағы ла ике пар мөхәббәтен законлаштырҙы.

«Йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә түгел»
«Йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә түгел»

Мобилизацияға тиклем ғаиләһен законлаштырып өлгөрмәгән Русланға Нуриман районынан кәләше Юлиә барҙы. Мозафаловтар ғаиләһе шулай барлыҡҡа килде.

«Йәштәр йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә булмауын раҫланы. Руслан менән Юлиәне ошо матур дата менән ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған ваҡытта яҡындарыңдың терәк булыуы мөһим. Ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт һәм оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ», - тип ҡотлаған йәш ғаиләне район башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Ошо уҡ ҡалала Мәсетле районынан да бер пар мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы. Ришат менән Нурзидәгә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин изге теләктәрен еткерҙе.

«Ошо матур ваҡиға айҡанлы һеҙҙе ҡотлайбыҙ. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар тормошоғоҙҙоң йәмен ебәрмәһен. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булығыҙ!», - тип яҙған Әсәҙуллин социаль селтәрҙә.

 

«Йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә түгел»
«Йыраҡ ара мөхәббәткә кәртә түгел»
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: