Кисә ашығыс хеҙмәттәргә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында оло йәштәге ир юғалыуы тураһында хәбәр килгән. Ир утын әҙерләргә урманға киткән һәм бәйләнештән юғалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Сибай эҙләү-ҡотҡарыу отряды тиҙ арала ауылға килеп еткән.
Ҡотҡарыусылар ауыл хакимиәте башлығы менән һөйләшеп, эҙләү маршрутын билдәләгән. Эҙләүгә ауыл халҡы ла ҡушылған.
«Юғалған ир бер нисә тапҡыр шылтыратты, әммә бәйләнеш насар булыу сәбәпле һөйләшә алманыҡ. Уны төндә Әхмәт ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта яҡтырған фонаригы буйынса барып таптыҡ. Ҡарттың хәле яҡшы ине, өшөнмәгән, медицина ярҙамынан баш тартты», — тип хәбәр итәләр дәүләт комитетынан.