Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 17:10

Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән

Благовещен районында 47 баланы тәрбиәгә алған Минизаһиҙә Шичина пенсия аҡсаһын йыйнап, иман йорто төҙөткән.

Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән
Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән

Благовещен районының Ошмянка ауылынан Минизаһиҙә Шичина мәрхүм булған улының хыялын тормошҡа ашырған. 

Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы Мишкә районынан, 1959 йылда Ошмянкаға күсеп килгән. Ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, ә 2006 йылда тәрбиәгә балалар ала башлайҙар. Ошо дәүерҙә ғаилә 26 баланы аяҡҡа баҫтырып оло тормошҡа оҙаталар, бөгөн уларҙың йортонда тағы ла 17 бала тәрбиәләнә.

Ҡатын һәр ай һайын пенсияһының бер өлөшөн һалып бара. Шулай уҡ уға ире һәм 50 балаһы ярҙам итә.

"Ете йыл элек өлкән улым Марс сирләп киткәс: "Әсәй, мәсет төҙөйөк, ауылға бүләк иткәйек", - тине. Мин үҙ һүҙемдә торҙом", - ти күҙ йәштәре аша Минизаһиҙә апай.

Ғаилә мәсетте бер йылда төҙөп ултыра. Һәр тәрбиәгә алынған бала хыялды тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә: кемдер аҡсалата ярҙам итә, бәғзеләре төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша. Быйыл Ҡорбан байрамында иман йорто үҙ ишектәрен асҡан. Хәҙер Ошмянка ауылы халҡы һәр йома һайын мәсеткә йөрөй, күрше ауылдан мулла килеп тора. Ауыл халҡы мәсеткә Минизаһиҙә исемен бирергә тәҡдим иткән.

Һоҡланғыс тарих!

Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән
Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән
Мәрхүм улының иҫтәлегенә мәсет төҙөткән
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: