"Өлөшләтә мобилизация илебеҙҙең битараф булмаған граждандарын бер урынға тупланы. Кемдер ҡорал тотоп ил һаҡларға юлланды, ә кемдер тылда хәленән килгәнсә ярҙам итә.
"Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ла ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә Афғанстандағы хәрби бәрелештәр ветераны Шәфҡәт Хәбетдинов Пензаға гуманитар ярҙам алып барҙы. Мобилизацияланғандар йоҡо ҡапсыҡтары, аҙыҡ-түлек һәм йылы кейемдәр алды.
Гуманитар ярҙамды ойоштороуҙа "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһының Өфө районы бүлексәһе етәксеһе Владимир Маломожнов ярҙам итте. Шәфҡәт Хәбетлинов Авдон ауылынан, ул посылкаларҙы ауылдаштары менән әҙерләгән. Шулай уҡ Мәләүездең хәрби бәрелештәр ветерандары дүрт тонна гуманитар ярҙам әҙерләгән.
Бер нисә көн элек Шайморатов исемендәге Башҡорт батальонына ярҙамыбыҙ барып етте. Тиҙҙән Доставалов батальонына ла ярҙам ебәреләсәк. Тыуған яғынан ситтә булған егеттәргә беҙҙең ярҙам бик кәрәк", - тип яҙған Ирек Сәғитов.