Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина 1977 йылдың 19 октябрендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1999). 2000 йылдан Урындағы ҡораллы низағтар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауҙың республика социаль-психология хеҙмәте, Йәштәрҙең хеҙмәт мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының Ойоштороу-масса, хоҡуҡи һәм социаль эш бүлеге начальнигы.
2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығының әйҙәүсе консультанты, гражданлыҡ институты менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш консультанты, ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары. 2010 йылдан 2021 йылға тиклем — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы, генераль директор урынбаҫары. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.
2021 йылдың февраленән алып «Коммерческий Инновационный Трест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең ижтимағи-сәйәси һәм стратегик мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары.
"Башҡорт Википедияһы".
Юлай Кәримов фотоһы.