Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 10:41

Бөгөн Башдрам сәхнәһендә "Тоғролоҡ"!

Билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға теләүселәр күпме?

Бөгөн Башдрам сәхнәһендә "Тоғролоҡ"!
Бөгөн Башдрам сәхнәһендә "Тоғролоҡ"!

Бөгөн Башдрам сәхнәһендә киске сәғәт етелә Салауат башҡорт дәүләт драма театры яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың хикәйәһе буйынса “Тоғролоҡ” спектакле менән сығыш яһай. Күптәребеҙ яратып уҡыған "Кешеләккә тоғролоҡ" хикәйәһенең сәхнәгә күтәрелеүе ҡыуаныслы күренеш. Әҫәр буйынса инсценировканы драматург Зөһрә Бураҡаева яҙған. Режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина. Мөнир Сәхиулла улы әйтеүенсә, уның проза әҫәрен сәхнәлә ҡуйыуҙары тәүгә.

- Драматург булараҡ, әҫәрҙәрем күп сәхнәләрҙә ҡуйылды, ә проза әҫәрен Салауат театры сәхнәгә беренсе тапҡыр сығара. Уларға бының өсөн бик рәхмәтлемен. Был минең өсөн, әлбиттә, яңылыҡ. Спектакль үҙенсәлекле, башҡаларға бөтөнләй оҡшамаған. Режиссерҙың эшен юғары баһалайым. Ул проблемаларҙы хәл итеүҙең ҡатмарлы юлдарын эҙләй, әммә улар шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, аңлайышлы ла. Мин уҡыусыларға һәр ҡылынған гонаһ өсөн яуап тоторға тура киләсәген еткерергә теләнем. Спектаклдә уйланырға урын бар. Һәр тамашасы үҙенең уйына батты, - ти ул.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: