Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 13:36

Амантаев Рафаэль Альберт улы (19 октябрь 1962 йыл) — бейеүсе

Бөгөн уға — 60. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Шағир һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың ейəне. #Йёшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Амантаев Рафаэль Альберт улы (19 октябрь 1962 йыл) — бейеүсе
Амантаев Рафаэль Альберт улы (19 октябрь 1962 йыл) — бейеүсе

Рафаэль Альберт улы Амантаев 1962 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Кесе йәштән үк бейеү сәнғәтенә ғашиҡ була. Башҡорт дәүләт филармонияһының Хореография студияһын тамамлай. 19801990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында балет артисы; 19901991 йылдарҙа «Восток» концерны концерт коллективында балет артисы; 19911992 йылдарҙа «Мунсаҡ» концерт коллективында балет артисы; 1992 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсəлекле бейеүсе. Донъяның бик күп ҡитғаларында башҡорт бейеүҙәрен бейегән артист ул.

Рафаэль Альберт улында башҡарыу виртуозлығы («Арагон хотаһы» — «Арагонская хота», «Бесəнселəр», «Гопак») сағыу образлылыҡ («Андалузия кистəре» — «Андалузские вечера», «Бөркөткə һунар уйыны», «Кейəү» — «Жених») менән уңышлы берлəшə. Бөтə Рəсəй яңғыҙ халыҡ бейеүҙəрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993).

45 йәше лә тулмаған Амантаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һөнәр үҙләштерә, төрлө биҙәүестәр, сулпылар, ҡәмәр-ҡайыштар яһай башлай. Рафаэль бер нисә йыл рәттән тотош ансамблдәге бейеүселәргә милли биҙәүестәр, ҡәмәр-ҡайыштар етештерә. Ул етештергән әйберҙәргә һорауҙар арта. Амантаев, шәхси иҫәп асып, үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Бөгөн уның «Амантай» ижад үҙәге уңышлы эшләй. Билбау ҡаптырмаһы, алҡа-сулпылар, иҫке салғы киҫәгенән эшләнгән нәҡ боронғоса ағас һаплы башҡорт бысаҡ-хәнйәре, баҡыр беләҙек, барыһы ла Рафаэль Амантаевтың ҡулында зауыҡлы, камил төҫ ала. Амантаев бөгөн башҡорттоң милли яу-һунар ҡоралы булған йәйәһен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем шөғөлләнә.

     "Башҡорт Википедияһы".

     

     Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: