Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай филармонияһынан 12 артист мобилизацияланды. Уларҙың хәрби әҙерлек урынына юлланған саҡта "Шайморатов генерал"ды йырлауы бөтә илгә таралды, хатта федераль каналдарҙан әйләндереп күрһәттеләр.
Бөгөн улар Ҡазандағы хәрби полигондан сәләм ебәрә. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!