Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ташламаға эйә булыусыларҙың ошо категорияһына ярҙам суммаһы 75 мең һум тәшкил итә ине. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй энергетика аҙналығы»нда сығыш яһап, субсидиялар бер тоташтырыуға кәмендә 100 мең һум тәшкил итергә тейеш, тип белдергәйне. Уларҙың бер өлөшө федераль бюджет иҫәбенә биреләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ташлама алыусыларға газ селтәренә тоташыуға аҡсалата сертификаттар алыуға мөмкинлек биргән программа Башҡортостанда өс йыл эшләй. Әлеге йылдың 1 ғинуарынан 1 октябргә тиклем Төбәктең Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы 122, 4 миллион һумға 1 мең 634 сертификат биргән.
Сертификат алыу хоҡуғы менән файҙаланыу өсөн Башҡортостан халҡына яҡындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда белгестәр йортҡа газ селтәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлек бармы-юҡмы икәнлеге тураһында кәңәш бирә һәм тоташтырыуға килешеү төҙөй. Килешеү һәм кәрәкле документтар пакеты менән Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: Т. АМАНОВ.