Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 09:59

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә ҡарата

Бөйөк әҙиптең тыуған көнөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры оло яуаплылыҡ менән тулҡынланып көтөп ала.

Мостай кәримдең тыуған көнөнә ҡарата
Мостай кәримдең тыуған көнөнә ҡарата

Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәм “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса ҡуйылған "Үлмәҫбай" спектакле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелә. Инсценировка авторы – Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов.

19, 20 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә авторҙың “Тылсымлы тирмән” әкиәтен ҡарау мөмкинлеге бар. Быларҙан тыш, 20 октябрҙә театрҙың виртуаль селтәрҙәрҙәге битләүҙәрендә әҙиптең шиғырҙары, йырҙары һәм әҫәрҙәренән өҙөктәр тупланған видеотаҫмалар тапшырылыр.

Традиция буйынса, театр коллективы Мостай Кәрим һәйкәленә сәскә һалыу сараһында ла әүҙем ҡатнаша. Ә театр етәкселеге бөгөн Ҡаҙан ҡалаһында һүҙ оҫтаһының тыуыуына 103 йыл тулыуға ҡарата уҙасаҡ сараларҙа ҡатнаша.

Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, Милли йәштәр театры Мостафа Сафа улының ижадына тәү тапҡыр 1995 йылда мөрәжәғәт иткәйне. «Салауат. Өн ҡатыш ете төш» әҫәре буйынса «Салауат»трагедияһы (реж.А.Нәҙерғолов, рәссам – О.Ғималетдинова, композитор – С.Низаметдинов, балетмейстер – Р.Ғәбитов) ҡуйылғайны. Был әҫәр менән театр ғына абруй ҡаҙанманы, спектаклдә уйнаусы артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Рушана Бабич, Азат Йыһаншин һәм Фирҙәт Ғәлиев Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары исемен алды. 2006 йылда Республиканың беренсе Президенты Указы менән театрға Мостай Кәрим исеме бирелде.

Төрлө йылдарҙа сыҡҡан «Ҡыҙ урлау» (реж.Б.Ибраһимов), «Ике хат» (реж. И.Сакаев. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса), «Йәйәүле Мәхмүт» (реж. Р. Хәкимов), «Ташлама утты, Прометей!» (реж. А. Сафиуллин), «Беҙҙең өйҙөң йәме» (реж. М.Күлбаев), «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (реж. М.Күлбаев), “Аҡ мөғжизә” (реж. Б.Манджиев), “Үлмәҫбай” (реж. Р.Хәкимов) һәм әҙиптең башҡа әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған бар спектаклдәрҙе лә тамашасы яратып ҡабул итте, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: