Был хаҡта Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Шәрәфетдинов хәбәр итте. Әлеге ваҡытта ул батальон менән бергә алғы һыҙыҡта.
«Кисә беҙ гуманитар ярҙамды ҡабул иттек, бушаттыҡ. Бөгөн иң кәрәкле әйберҙәрҙе тейәп батальон урынлашҡан ергә ебәрҙек. Унда йылы кейемдәр, термо кейем, йоҡо ҡапсыҡтары, ковриктар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар. Егеттәребеҙ йылы йөрөһөн өсөн барыһы ла бар. Бөгөн ылау йылға аша сығасаҡ. Ҡалған әйберҙәр батальонға кәрәгенсә яйлап еткереләсәк», — тине Алик Камалетдинов.
Башҡорт хәрбиҙәренең хәле яҡшы, хеҙмәт итеүен дауам итәләр һәм сәләм еткерәләр.