Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октября 2022, 09:48

Депутаттар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҡса күсерәсәк

Улар ай һайын депутат эшен ойоштороуға бүленгән аҡсаны ғаиләләргә йүнәлтәсәк.

Депутаттар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҡса күсерәсәкДепутаттар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҡса күсерәсәк
Депутаттар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҡса күсерәсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары эште ойоштороуға бүленгән аҡсаны мобилизацияланғандар ғаиләһенә күсерәсәк. Был хаҡта башҡорт парламентының матбуғат хеҙмәте белдерҙе.

«Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү — беҙҙең өсөн иң мөһим бурыс. Иң тәүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары өсөн. Барлыҡ республика ярҙам итә. Депутаттар үҙҙәренең округтарында әүҙем эш алып бара. Бынан тыш, беҙ мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә аҡсалата ярҙам итергә ҡарар иттек. Өс айға депутат эшмәкәрлеген алып барыуға бүленгән аҡсаларҙы беҙ ғаиләләргә күсерәсәкбеҙ», - тине төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев.

Әлеге ваҡытта Өфөлә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләп килә, телефоны: 8 800 201 89 03, иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт алтыға тиклем. Шулай уҡ район-ҡалаларҙа ирекмәндәр штабы "Берҙәм Рәсәй" партияһы бүлексәләре базаһында эшләй. Адрестары һәм телефон номерҙары һылтанма буйынса.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас