Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь , 17:00

"Дәртле комсомолда үтте йәшлегем"

Ошо атама аҫтында "Йәшлек" гәзите сираттағы конкурсын иғлан итә. Ул 29 октябргә - комсомолдың барлыҡҡа килеү көнөнә бағышлана.

"Дәртле комсомолда үтте йәшлегем"
"Дәртле комсомолда үтте йәшлегем"

Ярышта элекке комсомолдар ҡатнашырға саҡырыла. Улар беркетелгән пост аҫтына комсомол булған саҡтағы фотоларын һалырға һәм унда кемдәр икәнен яҙырға тейеш. "Стройтряд", "студотряд" - төҙөлөш отрядтарындағы студенттар, Совет Армияһындағы комсомолсы һалдаттар, йәш белгестәр - "Мин ВЛКСМ ағзаһы!" - тип ғорурлыҡ менән төшкән фотоһүрәттәр ҡабул ителә.

Фотолар йыйылғас, уларҙы беҙ тауыш биреүгә ҡуясаҡбыҙ. Аҙаҡтан тәүге урындарҙы алыусылар тураһында гәзиттә һүрәтләмә баҫыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в