Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 13:01

Шаҡ ҡатырғыс хәл!

Өфөлә машина руле артында әсә менән дүрт йәшлек баланы һәләк иткән ҡатынды иреккә сығарҙылар.

Шаҡ ҡатырғыс хәл!
Шаҡ ҡатырғыс хәл!

Бөгөн Киров районы судында Өфөнөң Аврора урамында әсә менән дүрт йәшлек баланы тапап үлтергән ҡатынды хөкөм итеү буйынса ултырыш уҙҙы. Унда яҡтар үҙ-ара килешеүгә бәйле енәйәт эшен ябыу тураһында иғлан иттеләр. 

«Зыян күреүсе яҡтың үтенес хатын ҡарап сыҡҡандан һуң суд уны ҡәнәғәтләндереү һәм Д.А. Сорокинаға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ябыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ғәйепләнеүсенең әхлаҡи зыян күләмен ҡаплауын, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында тәүге тапҡыр енәйәт ҡылыуын, ыңғай ҡылыҡһырламаһын, бәләкәй балаһы булыуын һәм үҙ ғәйебен таныуын иҫәпкә алып, зыян күреүсе яҡтың үтенес хаты буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде», — тине судья.

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан прокуратураһы Киров районы суды ҡарарына ялыу ебәрҙе. Енәйәт эше ҡабаттан ҡаралыуы ихтимал. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: