Өфөлә ҡаланың иң ҙур дауаханаһы төҙөлөшө тамамланып килә. Эштәр 97 процента тамамланған, тип хәбәр итәләр ЦУР-ҙан.
9-сы ҡала дауаханаһы Затондың Әхмәтов, Сержант Пашков һәм Осоусылар урамдары араһында төҙөлә. Дауахана бер көндә 900 кешене ҡабул итәсәк. Бер сменала 400 өлкән, 350 кескәй пациентты ҡабул итәсәк, ҡатын-ҡыҙ консультацияһында көнөнә 150 кеше ҡараласаҡ.
Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма биҙәкләү эштәрен башҡара, электр, йылытыу һәм елләтеү селтәрен үткәрә. Бынан тыш, дауахананың тышын биҙәү һәм тирә-яғын төҙөкләндереү бара.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, учреждениела физиотерапия һәм стоматология бүлектәре, функциональ диагностика һәм эндоскопия, инфекция блогы һәм клиник-диагностикалау лабораторияһы булдырыласаҡ.