Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.
2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире.
1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
"Башҡорт Википедиһы".
Юлай Кәримов фотоһы.