+14 °С
Ясна
Росприрнадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы Башҡортостандың Арбитраж судынан Өфө компанияһына 297,8 миллион һум күләмендә штраф һалыуҙы һораны. Баш ҡаланың "Ареал" ғилми-производство берекмәһе Благовещен районының Туғай ауылында ашлама менән ерҙе боҙоуҙа ғәйепләнә.
«2020 йылдың ғинуар-апрель айҙарында "Ареал" берекмәһе Благовещен районының Туғай ауылында "Туғай-агро" компанияһы баҫыуында тауыҡ тиҙәге менән ашлама һалған. Лаборатор анализдарҙан күренеүенсә, серегән тиҙәк 4-се класс хәүефһеҙлеккә ҡарай. Закон бындай производство ҡалдыҡтарын тупраҡҡа, ер аҫтына ташлау тыйыла. Бынан алда компаниянан тәбиғәткә килтергән зыянды ҡаплауын талап иттек», - тип белдерә Росприрнадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов.
Компания 1-4-се класлы хәүефһеҙлек ҡалдыҡтарын ташыу, эшкәртеү, утилизациялау һәм таҙартыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.