Бөгөн Стәрлетамаҡтан бер ҡатын өс бала атаһы булыуға ҡарамаҫтан, ирен мобилизацияға саҡырыуҙары тураһында яҙған.
«Ни өсөн өс балалы атайҙарға отсрочка бирелмәй? Дәүләт Думаһында бөтә ил буйынса үҙгәреш индерелмәнеме ни?» – тип яҙған ул.
Уның яҙмаһына БР Башлығы Хакимиәте белгесе Артур Ханнанов яуап биргән:
– Ысынлап та, барыбыҙ ҙа социаль селтәрҙә Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполовтың өс бала тәрбиәләгән атайҙарға мобилизациянан отсрочка бирелеүе тураһындағы яҙмаһын күрҙек. Әммә отсрочка биреүгә рәсми порталдарҙағы яҙма нигеҙ була ала, уларҙы көтөргә кәрәк.