Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2022, 12:20

Ғилман Сәфәргалин йырлай.1987 йыл

Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы - «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт билдәһе» ордены кавалеры. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ғилман Сәфәргалин йырлай.1987 йыл
Ғилман Сәфәргалин йырлай.1987 йыл

Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлин 1937 йылдың 15 октябрендә Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған (15.10.1937 -1. 08.2003).

Уның тәү башлап ысын сәхнәгә сығып халыҡ алдына йырларға батырсылыҡ итеүе лә тап ошо МТС- та комбайынсы булып эшләп йөрөгән мәлдәрендә башлана.
Тәүҙә ул МТС-тың художестволы үҙешмәкәрлек коллективы менән үҙҙәренең ауыл клубында сығыш яһай. Ауылдаштары уны ихлас алҡышлайҙар. Шул уҡ 1956 йылда ул "Азамат"ты йырлап, район олимпиадаһында беренсе урын ала һәм шул көндән сәхнәнән төшмәй тиерлек.
Ғилман Сәфәрғәлин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетын тамамлай.
1963 йылда тыуған ауылына ҡайтып, Ғилман ике йыл колхозда зоотехник булып эшләй. 1965 йылда Өфөгә күсеп килеп, дүрт йыл буйы ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ошо осорҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай.
1966-1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.
Артабан Бөрйән район ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник, «Ҡыҙыл таң» колхозында рәйес була, район ауыл хужалығы органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара.
1991-1993 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләй.

Ғилман Сәфәрғәлиндың репертуарында илленән артыҡ йыр иҫәпләнә.
Шул иҫәптән - «Зөлхизә», «Уйыл», «Сибай», «Илсе Ғайса», «Томан», «Мәҙинәкәй», «Хисам», «Порт-Артур», «Түрәкәй», «Зәлифәкәй», «Ҡаһым түрә», «Сәлимәкәй», «Ҡолой кантон».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы,
«Почёт билдәһе» ордены

"Башҡорт ВИКИПЕДИЯҺЫ"

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: