+15 °С
Болотло
Ғафури районынан мобилизацияланған ике егет өйҙә уларҙы законлы кәләштәре көтөүен теләгән. Ике ғашиҡ пар - Алина һәм Руслан Смагиндар, Мария һәм Дмитрий Михайловтар Ғафури ЗАГС-ында мөхәббәтәрен законлаштырҙы, хәбәр итте район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. Ғаилә башлығы статусын алған егеттәр ошо көндәрҙә Пензалағы хәрби әҙерлек урынына юлланасаҡ.
«Хәҙер беҙҙең егеттәрҙе өйҙәрендә һөйөклө кәләштәре көтәсәк. Йәш ғаиләләргә ныҡлы мөхәббәт, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйем, шулай уҡ барлыҡ ир-егеттәргә тиҙерәк яҡындары янына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем», - тип яҙған Фәнзил Сыңғыҙов.