Башҡорт яугирҙары үҙҙәре менән барыһы ла яҡшы булыуын, ас булмауҙарын һәм бер нәмәгә лә зарланмауҙарын хәбәр итте. Улар бары тик һөйөклө ҡатындарын, ата-әсәләрен, балаларын ныҡ һағыныуын белдерҙе.
— Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ, беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ, тиҙҙән барыбыҙ ҙа һеҙҙең менән осрашырбыҙ, ҡосаҡлашырбыҙ, күкрәгебеҙгә ҡыҫырбыҙ. Мотлаҡ еңербеҙ! Беҙҙе бында ҡамап алғандар, тигән имеш-мимештәргә ышанмағыҙ. Эйе, беҙ һуғышабыҙ, атабыҙ. Әммә был ир-егет эше, беҙ – яугирҙар. Беҙ бер нәмәне лә арттырып һөйләмәйбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ позицияларыбыҙҙа торабыҙ һәм нимә өсөн тороуыбыҙҙы — ғаиләбеҙ өсөн көрәшеүебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Яуыз көстәр беҙҙең өйҙәргә бәреп инмәһен өсөн. Беҙ һуңғы һулышыбыҙғаса торасаҡбыҙ...