Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2022, 21:20

Ҡорос ихтыярлы малай!

Туймазы районынан ике ҡулын да юғалтҡан Илназ Дәүләтов "Милләттәр кросы"нда еңеү яулаған.

Ҡорос ихтыярлы малай!
Ҡорос ихтыярлы малай!

Былтыр йәй Туймазы районының Балтай ауылынан 11 йәшлек Илназ Дәүләтов менән булған хәл барыбыҙҙы ла ҡайғыртҡайны. Малай урамда уйнап йөрөгәндә трансформатор башына менеп ятҡан тупты алам тип ике ҡулһыҙ ҡалды. Илназ көслө ихтыярлы, тормошто яратҡан малай булып сыҡты. Бала көйөнсә генә ауыр һынауға дусар булыуына ҡарамаҫтан, яҡындарын ҡыуандырып, кешеләрҙе һоҡландырып яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшеүен дауам итә. 

Ул аяҡтары менән һүрәт төшөрөргә өйрәнгән, компьютерҙа программалауҙы һәм инглиз телен өйрәнә башлаған. Китаптар уҡый, сәйәхәт итә, саңғыла йөрөй һәм яҡындарына хужалыҡта ярҙамлаша. Күптән түгел Илназдың яҙмышына битараф булмаған кешеләр йүгереү менән шөғөлләнеү өсөн махсус ҡорамал алып биргән. Малай көн дә шул тренажерҙа йүгерә һәм марафондарҙа еңеү яулай. Илназ күптән түгел мөмкинлектәре сикләнгән йүгеректәр араһында үткән "Милләттәр кросы"нда икенсе урын алған. Шулай уҡ Республика көнө айҡанлы ойошторолған йүгереү ярыштарында миҙал алып ҡыуанған. 

Иң мөһиме: ҡурҡыныс ауырыу-һыҙлауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, ул юғалып ҡалманы, тормошҡа ҡыуанып йәшәүен дауам дауам итә, тип ҡыуанып бөтә алмай Илназдың әсәһе Зөлфиә Дәүләтова.

   – Улыбыҙ «Бер ваҡытта ла бирешмәҫкә, үҙеңә һәм яҡындарыңа ышанырға» девизы менән йәшәй. Ул хатта өлкәндәр өсөн дә, беҙҙең өсөн дә өлгө булып тора. Йыш ҡына беҙ ауыр саҡта өмөтһөҙлөккә биреләбеҙ һәм үҙ-үҙебеҙгә ышанысты юғалтабыҙ. Әммә шуны иҫләргә кәрәк, барыһы ла ваҡытлыса, тормош мотлаҡ яйланасаҡ. Иң мөһиме: үҙеңә һәм үҙ көсөңә ышанырға кәрәк – шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ! – ти Зөлфиә апай.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: