Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 12:51

"Тоғролоҡ" Өфөгә килә!

Билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса Салауат театры ҡуйған спектакль Башдрам сәхнәһендә!

"Тоғролоҡ" Өфөгә килә!
"Тоғролоҡ" Өфөгә килә!

Салауат башҡорт драма театры билдәле яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" әҫәрен сәхнәләштергән.

"Спектакль ғаиләләге проблемаларҙы сағылдыра. Мәңгелек темаларҙың береһен күтәрәбеҙ”, - ти театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.

"Тоғролоҡ" спектакле тиҙҙән Өфөгә килә. 19 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ.

Шәп әҫәр буйынса ҡуйылған шәп спектаклде ҡарамай ҡалмағыҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в