Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 22:20

Теләгән һәр кем үҙ ауылына бушлай интернет үткәртә ала!

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ауылдарға бушлай 4g интернет үткәреүгә тауыш биреү бара.

Теләгән һәр кем үҙ ауылына бушлай интернет үткәртә ала!
Теләгән һәр кем үҙ ауылына бушлай интернет үткәртә ала!

12 ноябргә ҡәҙәр Башҡортостанда теләгән һәр кем "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә тауыш биреп, 2023 йылда үҙенең ауылында 4g интернет үткәртә ала. Был - Бөтә Рәсәй һайлауы, унда хатта ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала. 

Халыҡ иҫәбе 100-ҙән алып 500-гә тиклем булған ауылдар һайлап алынасаҡ. Республикабыҙҙа даими теркәлеү урыны булған һәр кем үҙе теләгән ауыл өсөн тауыш бирә ала. Әйтәйек, үҙегеҙ ҡалала йәшәйһегеҙ һәм берәй ауылға ҡунаҡҡа барып йөрөйһөгөҙ йә унда туғандарығыҙ йәшәй икән, ошо тораҡ пунктты һайлай алаһығыҙ.

 Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн порталдағы шәхси кабинетығыҙ раҫланған булырға тейеш.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в