Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 14:35

Сит тарафта ла Ватаны өсөн йән атып йәшәй улар

Испанияла йәшәгән милләттәштәребеҙ мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү акцияһын башлаған.

Сит тарафта ла Ватаны өсөн йән атып йәшәй улар
Сит тарафта ла Ватаны өсөн йән атып йәшәй улар

 

Ошо көндәрҙә Испанияның Севилья ҡалаһы парктарының береһе башҡорт йыр-моңона, ауаздарына күмелгән. Бында милләттәштәребеҙ Республика көнөн билдәләгән. Яҡташтарыбыҙ ошонда мобилизацияға алынған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү өсөн акция иғлан иткән. Был хаҡта Баймаҡ районынанНәзилә Юнысова бәйән итте:   

"Беҙ, Испанияла йәшәгән башҡорттар, мобилизацияға алынған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй башланыҡ. Әлеге ваҡытта ҙур ғына суммала аҡса йыйҙыҡ. Испанияла йәшәгән, әлеге ваҡытта Өфөлә ял иткән Гөлгенә апай Ғәйнуллинанан ярҙам һораныҡ. Ул беҙ күсергән аҡса хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек, бөтә кәрәк-яраҡтарҙы аласаҡ. Ошо көндәрҙә посылкалар тейешле урындарға ебәреләсәк. Яҡташтарыбыҙ имен-һау ғына яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын тип доғалар ҡылабыҙ. Үҙебеҙҙең башҡорт ерендә беҙ һеҙҙе көтәбеҙ".  

Афарин, милләттәштәр!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в