-1 °С
Болотло
Башҡорт егетенә
(ҡобайыр)
Башҡорт егетенә минең
Әйтә торған һүҙем бар;
Күңеленә үтеп инеп,
Тетрәтергә уйым бар.
Ваҡиғалар ҡуйыһында
Ғәмһеҙ булма, һин, егет,
Башҡорт исемен бушҡа
Һис йөрөтмә, һин, егет.
Яуға сапҡан батырҙан
Үрнәк алсы, һин, егет.
Дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙән
Фәһем алсы, һин, егет.
Үҙ телеңдә һөйләшмәйсә,
Маңҡорт булма, һин, егет.
Моңһоҙ, көйһөҙ бер бахырҙай
Байғош булма, һин, егет.
Сал тарихың белмәгән
Ташҡорт булма, һин, егет.
Ышанысты яҡламаған
Башҡорт булма, һин, егет.
Аң-белемгә эйә булған
Башҡорт булсы, һин, егет.
Милләтеңә тоғро булған
Башҡорт булсы, эй, егет.
Ысын башҡорт бул, егет,
Данлы башҡорт бул, егет.
Флорис Ғайсин.
Юлай Кәримов фотоһы.