+15 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан Әнисә М. апай һөйләүенсә, уның ире 52 йәшлек Ринат ағай 29 сентябрҙә мобилизацияланған. Уға Һарытауҙа медицина комиссияһы ҡараясағын вәғәҙә иткәндәр.
Тик һалдаттар урынға барып етеү менән күнекмәләр үтәй башлаған. Икенсе көндә үк марш-бросок мәлендә Ринат ағайҙың хәле насарайған. Шуға ҡарамаҫтан, бер тәүлек үткәс кенә уға “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар. Кискә ҡарай дауаханаға барып еткәс, УЗИ ирҙең инфракт кисереүен күрһәткән.
Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ дауаханала.