Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2022, 17:54

Үҙеңде танытыу өсөн шәп мөмкинлек

Яңы ижад итә башлаған музыканттар һәм клипмейкерҙар өсөн 2006 йылдан башлап «КлипFest» музыкаль видео фестивале уҙғарыла. Был сара үҙеңде танытыу өсөн шәп мөмкинлек ул. Ул музыкаль видеоны яратыусы музыканттар, авторҙар, режиссерҙар, сценаристар, актерҙарҙы берләштергән майҙансыҡ. Бында ҡатнашыусылар фекерҙәре менән уртаҡлаша, яңы уй-фекерҙәре менән бүлешә, дуҫтар таба.

Үҙеңде танытыу өсөн шәп мөмкинлек
Үҙеңде танытыу өсөн шәп мөмкинлек

Быйыл фестиваль белем биреү марафонын да үткәрә. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы вебинарҙар ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле видеоклип төшөрөргә һәм уны фестивалгә тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Марафонда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән дә ҡатнашырға була. Ҡатнашыусыларҙы теркәү ошо һылтанма буйынса https://konkurs.klipfest.ru/#marafon бара.

Музыкаль видео фестиваленә лә клиптар ҡабул ителә. Һәр теләүсе ғариза бирә ала. Бының өсөн 2023 йылдың 10 майына тиклем ошонда konkurs.klipfest.ru ғариза тултырырға һәм видеоклибыңды ебәрергә кәрәк. Бүләкләү тантанаһы алдағы йылдың июнендә үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: