Был – республикабыҙ Ҡырым республикаһы халҡына, Белогорск өлкәһенә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт билдәһе. Бөгөн ун тонна алма һәм слива емеше республикабыҙҙың 28 социаль балалар учреждениеларына таратыласаҡ. Балалар йорттарынан һәм социаль приюттарҙан 1344 тәрбиәләнеүсе ҡыш алдынан тәмле витамин менән һыйланасаҡ.
– Ҡырым республикаһының дәүләт советы рәйесе Владимир Константинов рәхмәт йөҙөнән беҙҙең балаларға татлы бүләк ебәргән. 2014-2015-се йылдарҙа Ҡырым республикаһына һәм Белогорск районына Башҡортостан халҡы ярҙам күрһәтте. Бөгөн һәр етем балаға өс килограм ярым алма һәм слива таратыласаҡ, – тине Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.