Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 14:31

Килеп етте тағы көҙ көнө, ябай түгел — көҙҙөң алтыны

Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде, Ҡойолдо ла инде уҡаһы. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Килеп етте тағы көҙ көнө,  ябай түгел — көҙҙөң алтыны
Килеп етте тағы көҙ көнө, ябай түгел — көҙҙөң алтыны

Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,

Ҡойолдо ла инде уҡаһы.

Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,

Йәйҙәремде килә тотаһым.

 

Һүрәнәйә барған ҡояшының

Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,

Башланышта ғына йәй күңелдә

Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.

 

Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,

Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:

Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам

Ерегеп тә ергә түл йәйгән.

 

Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап

Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,

Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,

Тоторға тип һонған ҡул еленән

Осоп китә япраҡ-ямауы.

 

Гүзәл Ситдиҡова.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас в