Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 09:30

Изге теләктәр ҡабул булһын!

Илебеҙ именлеген, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәр тыуған төйәгенә иҫән-һау  әйләнеп ҡайтыуын теләп, Асҡын районында йәрминкәгә килеүселәрҙе ҡорбан итенән былау бешереп һыйлағандар.

Изге теләктәр ҡабул булһын!
Изге теләктәр ҡабул булһын!

Ҡорбанлыҡ һарығын алырға район хакимиәте ярҙам иткән, ә былау өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтарҙы алыуҙы мәсеткә йөрөүсе ағинәйҙәр, иманлы район халҡы хәстәрләгән.

Йәрминкә уҙған көндө Рөстәм хәҙрәт ут яғып, Ҡубияҙҙан Әйнүрә Ибраһимова тәмле итеп бешерә. Уға Минзилә Исламшина ярҙам итә. Былау әҙер булғас, өҫтәлдәргә теҙеп, йәрминкәгә килеүселәр, донъялар тыныс булһын, ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип изге теләктәр теләп,тәмле былау менән һыйлана.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: