Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь , 09:03

Бөгөн — Фидан Ғафаровҡа 75

Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  — Фидан Ғафаровҡа 75
Бөгөн — Фидан Ғафаровҡа 75

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.

РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

"Башҡорт Википедия"һы.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас в